Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 14:07

Ил Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһенән һуң, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та фекерҙәре менән уртаҡлашты.

"Владимир Путиндың мөрәжәғәтнамәһе һәр ваҡыт беҙҙең өсөн алдағы йылдарҙы билдәләүсе үҫеш векторы булып тора.

Рәсәй халҡының тормош сифатын яҡшыртыу - беҙҙең өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе.
Һорауҙар даирәһе лә бик киң: экологик мәсьәләләрҙән алып сәнәғәт объекттарын модернизациялауға тиклем. Владимир Владимирович төбәкте үҫтереүгә яңы финанс инструменттар ҙа тәҡдим итте. “Төбәктәр үҫешкәндә генә ил дә үҫешә, ил дә алға бара” тине ул.
Әлбиттә, Федераль ярҙам булһа, яңы мәктәптәр, яңы юлдар, территориялар төҙөләсәк һәм төҙөкләндереләсәк, яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк.
В.В. Путиндың “Беҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”тигән һүҙҙәрен үҙемә девиз итеп алдым әле.
Читайте нас