Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 10:47

Рәсәйҙә уҡыусылар һәм студенттарға йәйге ялдары өсөн тотонолған аҡсаларының бер өлөшөн кире ҡайтарып алыу мөмкинлеге буласаҡ.

"Балаларҙың һаулығына беҙ айырым иғтибар бүлергә тейешбеҙ, сәләмәтлеккә нигеҙ бала саҡтан һалына. Шуға күрә, балалар өсөн ойошторолған ялдарҙы мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, быйылғы йылдан алып йәйге лагерҙарға алынған юлламаларҙың ярты хаҡын кире ҡайтарып буласаҡ"- тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин. Президент йыл аҙағына тиклем граждандарҙың Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн сығымдарының 20% кире ҡайтарған программаны оҙайтыу тәҡдимен дә индерҙе. Студенттар туризмы айырым иғтибарға лайыҡ тине. «Олимпиадаларҙа, ирекмәндәр һәм ижади башланғыстарҙа үҙҙәрен күрһәткән йәштәрҙе дәртләндереп торорға кәрәк",- тине Ил Башлығы.

Читайте нас