Фәйзуллин Шәрифулла Сәйфулла улы Маҡар районы (хәҙерге Ишембай) Ибрай ауылында 1927 йылдың көҙөндә донъяға килгән. Бала сағы ла ошо ауылда үткән. Үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 14 йәшенән тиҫтерҙәре менән колхоз баҫыуында һабан һөрә, ҡыш килһә, колхоз малын, бесән, һалам, йыла ташый. Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы саҡырылышына эләккән Шәрифулла олатайға ул ваҡытта ни бары 17 генә йәш булған.
– 3 ноябрь 1944 йылда Алкинға алып барып хәрби билет биреп, Белоруссияға алып киттеләр, уның шул хәтлем ҡыйратылғанына аптырап торҙоҡ, – тип һөйләй һуғышҡа алып киткән көндәрен Шәрифулла Сәйфулла улы. Шулай итеп, беҙ икенсе Белоруссия фронтына эләктек, фронт менән Константин Рокоссовский, аҙаҡтан Иван Баграмян командалыҡ итте.
«Һуғыш ваҡытында урмандан бер иптәшем менән китеп барғанда ҡапыл мина шартланы, бөтөн ағастарҙан бер нәмә лә ҡалманы, шул ваҡытта ҡарағастың ботағы башыма ҡаҙалып ярсығы ғүмерлеккә тороп ҡалды инде. Табип-хирург бер оло немец ине, шул ярсыҡты сығарырға риза булманы. Әле лә бына ғүмер буйы үҙем менән йөрөй, ошо һөйәктә тора», – тип башына инеп киткән ярсыҡ эҙен беҙгә лә күрһәтте бабай.
Шәрифулла Сәйфулла улы Көнбайыш фронтта хеҙмәт итеп, Польша, Литва, Латвия, Украина яҡтарындағы яуҙарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеү менән үҙенең тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 1952 йылда үҙенең ауылындағы Гөлбикә исемле ҡыҙға өйләнә. Улар бергә 55 йыл йәшәп, балалар үҫтереп, матур итеп донъя көткәндәр. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны үлеп киткән.
– Һуғыштан һуңғы ауыр мәлдәр булһа ла, халыҡта йәшәү дәрте урғылып торҙо. Һәр кем иртәгәге көнгә ҙур ышаныс менән эшкә килә торғайны. Ҡайһы берәүҙәр хөкүмәткә ауыл хужалығы продукцияһын тапшырыр өсөн көсөн йәлләмәй ең һыҙғанып эшләне, – тип һөйләй Шәрифулла бабай.
«Үҙем һуғыштан һуң ғүмер буйы йөк машинаһы водителе булып эшләнем, тәүҙә Белорет районы Әүжән ауылы яҡтарынан ағас ташыныҡ, аҙаҡтан, Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнгәс, юлремонт төҙөлөшө идаралығында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым”, – тип һөйләне ул һуғыштан һуңғы мәлдәрҙе.
Әле ул – балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән бәхетле атай һәм олатай. Шәрифулла Сәйфулла улының 6 балаһы, 11 ейәне, 19 бүләһе бар. “Улар бөтә Рәсәйгә таралғандар инде, Приморск , Мәскәү ҡалаларында, Силәбе өлкәһендә йәшәйҙәр”, – тип ҡыуанып һөйләп ултыра бабай ейәндәренә ҡарап һоҡланып.
«Бер ваҡытта ла эсеп, тәмәке тартып ҡарағаным булманы, йөрәгем аяныс һуғыш йылдарын үтһә лә, бирешмәнем, йәшәйбеҙ әле. Беҙҙә патриотик рух ныҡ көслө ине. Ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙе йәлләмәй еңеүгә ынтылдыҡ. Балаларым, беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, барығыҙ ҙа һау булығыҙ», – тип изге теләктәре менән оҙатып ҡалды Шәрифулла Сәйфулла улы.
Йылдар, быуаттар үтһә лә, үҙҙәренең батырлығы менән Бөйөк Еңеүҙең һәр көнөн яҡынайтыусы ҡаһармандарға мәңгелек хөрмәт тойғоһо һәр кемдең йөрәгендә рәхмәт булып сағылыш табыр. Бөгөнгө аяҙ таңдарыбыҙ, яҡты көндәребеҙ өсөн Шәрифулла Фәйзуллин һәм уның кеүек миллионлаған совет һалдаттары алдында баш эйәбеҙ.
Г.Ҡыуатова.