Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 04:40

"Ташландыҡ"тар һаны кәмемәй.

Стәрлетамаҡта ихаталарҙа хужаһыҙ йәки ҡарауһыҙ торған автомобилдәрҙе утилләштереү буйынса махсус комиссия сираттағы рейд үткәрҙе.

Был юлы ҡалала ташландыҡ өс транспорт сараһы табылды. Әлегә комиссия ҡарап сыҡҡан транспорт сараларын утилгә үк оҙатманы, уларҙы гаражға йәки туҡталҡаға күсереү тураһында белдереү беркетелде. Әгәр ҙә билдәләнгән ваҡытҡа тиклем был талап үтәлмәһә, ҡала етәкселеге ташландыҡ автомобилде туҡталҡаға алып китергә хоҡуҡлы.
Был мәсьәләгә бәйле һорауҙарҙы түбәндәге исемлектә күрһәтелгән транспорт саралары хужаларына торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк (3473) 21-20-06.
Читайте нас