Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 15:41

Ихаталарға яңы һулыш бирәләр!

“Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төбәктә бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырылған ине.

Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла әүҙем ҡатнаша. Юлдарҙы киңәйтеү, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, йәйәү йөрөй торған юлға асфальт түшәү, бордюрҙарҙы яңыртыу, яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйыу, яңы балалар ҡаласығы төҙөү “Башҡорт ихаталары” программаһының төп маҡсаты булып тора.
Быйыл Ленин проспектында 32-се һәм Голиков урамында 1-се йорт ихаталарын яңыртыу ҡаралған. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов әйтеүенсә, подрядсы ойошма барлыҡ эштәрҙе тулы күләмдә һәм билдәләнгән ваҡытта башҡарырға вәғәҙә биргән. Әлеге ваҡытта эшселәр ихатала асфальт түшәй, машина ҡуйыу урындары әҙерләй. Урындағы халыҡ “Башҡорт ихаталары” программаһына инеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ихата хәҙер икенсе төҫ алып килә, тип һөйөнә улар.
Был программаға ингән һәр ихатала тиҙҙән яңы эскәмйәләр, сүп һауыттары, заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыласаҡ. Ихаталарҙың тирәяғын йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыласаҡ.
“Башҡорт ихаталары” республика программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Программа 2019 2024 йылдарға иҫәпләнгән.
Читайте нас