Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 09:06

Стәрлетамаҡ ҡалаһы суд приставы Лиана Петрова кескәй баланы ҙур бәләнән ҡотҡарған.

Ул парковкала машиналар араһында ялан аяҡ йөрөп ятҡан өс йәшлек баланы күреп ҡалған һәм янына барып күтәреп , уның ҡайҙа йәшәгәнлеген һорашып маташҡан.Ләкин баланың әлегә һөйләшә белмәүе асыҡланған, ул ҡулдары менән күп ҡатлы йорттар яғына күрһәткән.

Шул арала суд приставтары тиҙ генә баланың адресын белеп өйөнә алып барғандар. Тик ишекте береһе лә асмаған, һуңынан был баланы ҡолағы ишетмәгән туғаны ҡарағаны асыҡланған. Әсә кеше үҙенең балаһын һаңғырау-телһеҙ туғанына ҡалдырып, эшкә киткән булған. Ә туғаны хәмер эсеп, бала барлығын да онотоп йоҡлаған.
Ғаилә имен тип иҫәпләнә, шуға ҡарамаҫтан, әсәгә ҡарата административ эш ҡуҙғатылған.
Читайте нас