Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
25 Май 2021, 08:42

МОҢҒА БАЙ ГАРМУН БАЙРАМЫ.

Көмөш телле гармун тауышын фольклор, мәҙәни фестивалдәрҙә генә ишетергә мөмкин тип күптәр яңылышалыр, сөнки бөгөнгө көндә лә йәшәй әле гармун!

Милли уйын ҡоралыбыҙҙа өҙҙөрөп уйнаусы кешеләр күп әле арабыҙҙа. Быға беҙ Ф.Ихсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика конкурсына Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һарайында ойошторолған һайлап алыу турындағы оҫта гармунсыларҙың иҫ киткес сығыштарынан һуң тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.
Был байрам сәләмәтлек, әүҙем оҙон ғүмерлелек һәм башҡорт тарихы йылына арналһа, уның ойоштороусылары – Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы.
Был гармунсылар байрамы һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр әле. Сара йәш башҡарыусыларҙың сығышы менән башланып китте. Тамашасылар Ғәйнетдинов Алмаз, Мәүләтҡолов Алмаздың таланттарына һоҡланһа, байрамды ойоштороусылар, ҡаланың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Вәлиев Шамил, Савинов Валерий, Хәсәнов Алмаздың өҙҙөрөп гармун уйнағандарын ҡарап, ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, беҙгә лайыҡлы алмаш үҫә тип һөйөнөп ултырҙы. Кескәй Шамилдың сығышы бармаҡтары үҙенән-үҙе уйнап тороуы, күҙҙәре янып, ниндәйҙер артислыҡ һыҙаттары ла сағылып ҡалыуы менән барыһынан да айырылып торҙо. Был кисә “моңға бай гармун байрамы” ғына түгел, ә быуындар бәйләнешен үҫтереүсе, халыҡ традицияларын һаҡлап ҡалыусы, йәштәрҙе өлкән быуын өлгөһөндә тәрбиәләүсе, милли уйын ҡоралдарының бөйөклөгөн аңлатыусы сара булараҡ та урын алған.
Оло йәштәге гармунсылар араһынан Хәмитов Илһамдың халыҡсан гармун көйҙәре берсә моңландырҙы, берсә төрлө уйҙарға һалды. Мөфтәхов Фәнил, Аҡбашев Радик, Иванов Сергейҙың дәртле гармун көйҙәре тамашасы алҡыштарына күмелде. Был матур күңел байрамы тантаналы бүләкләү менән тамамланды. Тәүгеләрҙән булып ҡала мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Раушания Күсмәева ҡала хакимиәте исеменән барыһына ла сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп үтте. “Сағыу, матур сығыштарығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт! Һеҙгә һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булһын!” – тигән теләктәре менән ул 17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһынан 1-се урындарға лайыҡ булыусы Әһлиуллин Тимур, Хәсәнов Алмаз, шулай уҡ 2-се, 3-сө урындар алыусы балаларҙы сәскәләр, миҙалдар, димломдар менән бүләкләһә, Гран-приға лайыҡ булыусы Шамил Вәлиев һәм Савинов Валерийға махсус кубоктар тапшырҙы.
17 йәштән өлкәнерәк ҡатнашыусылар араһынан Аҡбашев Радик 1-се урын яуланы, Фәнил Мөфтәхов 2-се, Хәмитов Илһам менән Иванов Сергей 3-сө урынға эйә булды. Еңеүселәргә, ҡотлау һүҙҙәре менән тәбрикләп, махсус миҙалдар тапшырылды.
Раушания Әсҡәт ҡыҙы жюри ағзаларына Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт бүлеге исеменән рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр бирҙе.
Шулай уҡ ҡала мәҙәниәт һарайының “Иркен” гармунсылар ансамбле етәксеһе Радик Иркен улы Ғәлимйәнов Гран-при яулаусыларға ике махсус приз да әҙерләп ҡуйған. Ул Вәлиев Шамилға баян һәм Савинов Валерийға бумбокс бүләк итте.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Читайте нас