Прокуратура дөйөм майҙаны 700 «квадрат»тан ашыу өс офис бинаһы, бер фатир, ҡала ситендәге элиталы коттедж ҡасабаһында ер участкаһы менән йорт, ике внедорожник һатып алыу өсөн килемен асыҡламаған.
Мөлкәте тураһында декларация бирмәҫ өсөн күсемһеҙ милек һәм машиналар яҡын туғандарына яҙҙырылған.
Уны эске эштәр органдары хеҙмәткәренең намыҫына тап төшөргән ҡылыҡ тураһында билдә менән эштән ҡыуғандар. Судҡа мөлкәтте дәүләт файҙаһына тартып алыу тураһында дәғүә ебәрелгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.