Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Мая 2021, 05:46

Сәскәйҙәрең толом-толом...

Һәр гүзәл зат сәстәрен матур йөрөтөргә теләй. Ҡул аҫтында ғына булған әйберҙәрҙе ҡулланып, сәс тәрбиәләүҙең ҡайһы бер серҙәре менән һеҙҙең менән дә бүлешеп китәбеҙ.

Дегәнәк майы хаҡында барыһының ла ишеткәне барҙыр. Ул сәскә бар яҡлап та яҡшы тәьҫир итә. Дегәнәк майын быуҙа (водяная баня) йылытып алғас, сәстең тамырына, шунан осона тиклем һөртәбеҙ. Шыптыр һәм таҫтамал урап, 2 сәғәт йөрөйбөҙ. Шунан шампунь менән йыуабыҙ.

Өй йылылығындағы ҡатыҡты (кефирҙы) сәстең тамырынан осона тиклем яғабыҙ. Еңелсә массаж эшләйбеҙ ҙә, шыптыр менән ҡаплап, таҫтамал урайбыҙ. Ике сәғәттән шампунь менән йыуабыҙ. Ҡатыҡ сәстәрҙе ебәктәй итә, дымлылығын һаҡлай.

Желатин, нәҙек кенә тығыҙ пленка менән ҡаплап, сәстең дымлылығын һаҡлай, тышҡы мөхиттең насар йоғонтоһонан ҡурсалай. 1 ҡалаҡ желатинға 1 стакан һалҡын һыу ҡойоп, 10 минут самаһы бүрткәнен көтәбеҙ. Ҡайнар һыулы кәстрүлгә ултыртып йылытабыҙ. 1 балғалаҡ алма һеркәһе һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Сәстең бар оҙонлоғона һылайбыҙ. Шыптыр менән ҡаплайбыҙ ҙа йылы таҫтамал менән урайбыҙ. Ярты сәғәттән һалҡынса һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

1 стакан кефирға 2 ҡалаҡ бал, 2 тамсы лимон һуты өҫтәп бутайбыҙ һәм сәстең тамырынан осона тиклем яғабыҙ. 20 минуттан шампунләп йыуабыҙ. Сәсте туҡландыра, дымландыра торған сара был.
Был сараларҙы даими ҡулланыу ғына файҙа бирә. Аҙнаһына 1-2 тапҡыр – барыһы 10 – 15 мәртәбә эшләргә кәңәш ителә. 1-2 ай ял итеп алғандан һуң тағы ҡабатларға мөмкин. Ғәҙәттә, был туҡландырыу сараларын сәсте йыуыр алдынан эшләйҙәр, йыуғандан һуң тәғәйенләнгәндәре лә була.
Маскалар байтаҡ ҡына ваҡыт талап итә, йыш ҡына уларҙы сәстә бер сәғәт тоталар. Сәскә һөрткәс, шыптыр менән ҡаплап, йылы таҫтамал урап йөрөйҙәр – шулай һөҙөмтәгә ирешерһегеҙ.
Сәстәрегеҙ толом-толом булып, көҙгөгә ҡараған һайын ҡыуандырһын тиһәгеҙ, дөрөҫ туҡланыу, зарарлы ғәҙәттәрҙән арыныу, витаминдар ҡабул итеү ҙә кәрәк икәнен онотмағыҙ, ҡыҙҙар!
Читайте нас