Был сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, Афғанстан ветерандар советы рәйесе Сергей Балмасов, "Набат" Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың йәмәғәт ойошмаһы председателе Илдус Мәнәпов,сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, уларҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Альберт Шәйхетдинов барыһын да ҡотлап, "пограничниктар Тыуған ил сиген генә һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал, наркотиктар менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү кеүек мөһим бурыстарҙы ла үтәй. Унда хеҙмәт итергә теләһә кемде алмайҙар, үҙенә күрә элита булып торалар улар. Ил сигендә хеҙмәт итеүселәрҙе йә хеҙмәт иткәндәрҙе барыһын да ҡотлайбыҙ, рәхмәт белдерәбеҙ", - тине.
Рөстәм Ҡантимеров һеҙҙе бушҡа ғына ил ҡалҡаны тип атамайҙар. Ватаныбыҙҙың иң көслө заттары һеҙ, ил һаҡсылары тигән һүҙҙәре менән барыһын да яу яланында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә һәйкәлдәргә сәскә һалырға саҡырҙы.
Г.Шиһапова.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән.