Республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡара конкурстар лауреаты булған өлгөлө “Торатау” балалар бейеү ансамбле үҙенең милли рухы һәм талантлы башҡарыусылары менән республикала һәм башҡа төбәктәрҙә лә күптән танылыу алған. Коллектив йыл һайын уҙғарылған"Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында даими ҡатнаша, ә былтыр беренселекте яулауға өлгәште. Ләкин Башҡортостан менән генә сикләнмәй кескәй һәм йәш бейеүселәребеҙ - 1-се өлкән төркөм һәм 2-се уртансы төркөм Сочи ҡалаһындағы “Бейеү орбитаһы” конкурсында ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты. Ә яңыраҡ ҡына Мәскәүҙә уҙғарылған “Баш ҡала балалары” халыҡ-ара бейеү конкурсынан да шулай уҡ еңеү менән ҡайтты кескәй артистарыбыҙ. Өлкән төркөмдә шөғөлләнеүсе балалар – беренсе урын, уртансы һәм кескәй төркөм икенсе урынды яулаһа, кескәйҙәр араһынан Диләрә Шәрәфетдинова – икенсе урын, Айбулат Мансуров – өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә балаларҙы йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған балалар ансамбле 2012 йылда Рәил һәм Гөлгөнә Лоҡмановтар тарафынан ойошторола. Тәүге көндәрҙә был ансамблгә 15 бала ғына йөрөһә, бер айҙан кескәй бейеүселәр һаны утыҙға етә, әлеге көндә был ансамблдә 90 бала шөғөлләнә, 4 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар өс төркөмгә бүленгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш йыл элек Гөлгөнә Лоҡманова арабыҙҙан китеп барҙы, шуға күрә хәҙер был ансамбль менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Лоҡманов менән уның ҡыҙы Лиана Лоҡманова етәкселек итә. Улар – һәр баланың илһам ҡанаттарын нығытып, еңеүҙәргә әйҙәп тороусылар.
– Мине үҙемде лә бәләкәй генә сағымдан ата-әсәйем Стәрлетамаҡ Бейеү театры репетицияларына алып йөрөй торғайны, шул ваҡыттан алып үҙем менән бергә бейеүгә ҡарата һөйөү ҙә үҫә килде. Башҡорт бейеүҙәрен дүрт йәшемдән үк яратып башҡара торғайным. 13 йәшемдән алып ата-әсәйемә “Торатау” балалар бейеү ансамблендә ярҙамлашһам, 16 йәшемдә иһә балалар баҡсаһында хореография дәрестәрен алып барҙым. Әсәйһеҙ тороп ҡалғас инде, мин аңлы рәүештә атайыма ярҙамға, ансамблде артабан да үҫтереү маҡсатында “Торатау”ҙы етәкләргә килдем. Хәҙерге көндә “Торатау” балалар ансамбле менән сикһеҙ ғорурланам! Бында бик татыу, тәртипле, һәр яңылыҡты ҡабул итә белгән балалар йыйылған, - тип һөйләй Лиана Рәил ҡыҙы.
– Бейеүҙәрҙән башҡа балаларҙа артислыҡ һәләтен үҫтерергә, сәхнәлә сығыш яһағанда бейеүҙең мәғәнәһен хистәр, мимика, жестар ярҙамында аңлатырға өйрәтәбеҙ. Беҙҙә шөғөлләнеүсе балалар үҙҙәре теләп ҡала, республика сәхнәләрендә сығыш яһай. Берәй ерҙә концерт күрһәтергә йәки конкурста ҡатнашырға барабыҙ тиһәк, балаларҙың, бигерәк тә кескәйҙәрҙең шат тауыштары яңғырап тора. Сәхнәлә улар үҙҙәрен йондоҙ кеүек хис итә. Улар менән ысынлап та ғорурланырлыҡ!
Бейеүҙәргә килгәндә, бөтә уйҙар, фекерҙәр үҙенән-үҙе башҡа килеп тора. Беҙ атайым менән Инь-Янь кеүекбеҙ, бер-беребеҙҙе тулыландырып киләбеҙ. Уйлаған фекеремде атайыма әйтеп өлгөрмәйем, ул тиҙ генә көй таба һала, мин хәрәкәттәр уйлап сығарам – шулай итеп, күҙ алдында яңы бейеү тыуа!
Төрлө бейеүҙәр ҡуйырға тырышабыҙ: лирик, яңғыҙ бейеүҙәрҙән башлап, дәртле, тыныс бейеүҙәргә тиклем. Халыҡ бейеүҙәренең төрлөлөгө хаҡында балалар белергә тейештер. Был миҙгелдә балаларҙың иң яратып башҡарған бейеүҙәре лә бар, мәҫәлән, кескәй төркөмгә йөрөгәндәрҙең “Ете ырыу” бейеүе, урта төркөм “Аттар”, өлкән төркөм “Башҡортостан йәштәре”н яратып бейей, – ти Лиана Лоҡманова.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ансамблгә йөрөүсе башҡа милләт балалары ла башҡорт йолаларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә икән. Ғөмүмән, ансамбль етәкселәре бейеүселәрҙең ата-әсәләренә һөйөнөп бөтә алмай: “Һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, аңлап торалар, шуға тәү сираттан уларға рәхмәт”, – ти улар.
Бала саҡтан оло сәхнәләрҙә сығыш яһап, аудитория алдында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белеп үҫкән балаға ҙурайғас та йәмғиәттә еңелерәк була, үҙүҙенә ышаныс тойғоһо арта. Бейеү баланы бар яҡлап та аса. Ансамблдә сыҙамлылыҡ, ихтыяр көсө лә тәрбиәләнә, берҙәмлек, татыулыҡ, бер-береңә ярҙам итеү төшөнсәләренә лә ҙур иғтибар бүленә. Әйткәндәй, ансамблдең тәүге сығарылыш бейеүселәре хәҙерге көндә Рудольф Нуриев исемендәге колледжда белем ала. Ошо ҙур башланғыстар нигеҙендә Рәил Рәйес улы һәм Лиана Рәил ҡыҙының ныҡыш ижади, педагогик хеҙмәте ята ла инде. Береһенән береһе кескәй 90(!) бала менән шөғөлләнеүе, айһай, еңел түгелдер. Бейеү сәнғәтенә булған һөйөү балаларға ла, уларҙың етәкселәренә лә тик уңыштар ғына алып килһен!
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Рөстәм МӘҠСҮТОВ фотолары.