Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Май 2021, 06:58

ЮЛДАРҘА ҮЛЕМ ОСРАҠТАРЫН 3,5 ТАПҠЫРҒА КӘМЕТЕҮ МАҠСАТЫНДА.

Юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында сираттағы ултырыш үтте.

Унда ҡатнашыусылар юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәрен, төбәктең автомобиль юлдарында авария осраҡтарын кәметеү буйынса сараларҙы барланы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейешле был сара «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов 2021 йылдың ғинуар-апрель айҙарына ҡарата статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы, юл-транспорт фажиғәһендә 102 кеше һәләк булған, йәрәхәтләгәндәрҙең һаны 1154 , уларҙың күбеһе инвалид булып ҡалған, тип белдерҙе.
Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, РФ енәйәт кодексының 264-се статьяһына төҙәтмәләр индереү- иҫерек юл-транспорт һәләкәтендә ғәйеплеләргә етди яза ҡарарға ярҙам итәсәк, тине.
Дәүләт думаһы төҙәтмәләр индереүҙе хупланы һәм эскән килеш руль артына ултырған өсөн 200-300 мең һум штраф урынына, ярты миллион һум түләтергә тигән ҡарар сығарҙы.
Читайте нас