Стәрлетамаҡта йәшәүсе 3 кеше наркотөркөм ойоштороп, интернет аша һәм Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларындағы йәшерен урындарға ҡалдырып, наркотиктарҙы таратыу менән һатыу менән булышҡан.
Суд ултырышында өсәүһе лә үҙ ғәйептәрен таныған. Суд ҡарары буйынса, улар 7 йылға иркенән мәхрүм ителә һәм ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелгән.