- Ҙур яуаплы эш башҡарылды, – тине комиссия етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Комиссия ағзалары тарафынан 170-тән ашыу тәҡдим индерелде, шуларҙың 144-е – Башҡортостан Конституцияһына, 32-һе республика закондарына үҙгәрештәр индереүгә ҡағыла. Был эштә парламент ҡарамағындағы эксперт советтары, комитеттар әүҙем ҡатнашты. Йәмәғәт берекмәләренең тәҡдимдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Закон проекты байтаҡ мөһим положениеларҙы үҙ эсенә ала.
– Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына индереүгә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр никах институтын нығытыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, ватансылыҡ тәрбиәләүгә, балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуға, һаулыҡҡа ҡарата яуаплы мөнәсәбәт булдырыуға, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлауға, тарихи хәҡиҡәтте яҡлауға, быуындар теләктәшлеген һәм күсәгилешлелеген тәьмин итеүгә, урындағы үҙидараны үҫтереүгә, халыҡ власының берҙәмлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә, – тине Константин Толкачев. – Был закон проекты нигеҙендә балалар, ғаилә тәрбиәһе төбәк дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөгө тип иғлан ителә. Һәр кешенең хеҙмәт өсөн йәшәү минимумынан түбәнерәк булмаған күләмдә эш хаҡына хоҡуғы нығытыла. Социаль ярҙамдың адреслылығы, социаль пособиеларҙы һәм башҡа түләүҙәрҙе индексациялау тураһындағы положениелар индерелә.
Документта республика Конституцияһына атай-олатайҙар иҫтәлеген һаҡлау, быуындар күсәгилешлелегенә һәм теләктәшлегенә булышлыҡ итеү тураһындағы положениеларҙы индерергә тәҡдим ителә. Закон проектында ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милли мираҫы реестрын төҙөү күҙ уңында тотола. Ул рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫ объекттарын, шул иҫәптән “Шүлгәнташ” ҡурсаулығын, “Ирәмәл” тәбиғәт паркын, башҡорт шихандарын үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләргә бәйле, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Конституция судын бөтөрөү тураһындағы положение бар. Документта шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан Башҡортостан Республикаһының Конституция Советын төҙөү күҙаллана. Закон проектында республика Башлығы вазифаһына кандидаттарға талаптар, Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль йүнәлешле берҙәм федераль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса вәкәләттәре асыҡлана. Үҙгәрештәрҙең бер өлөшө урындағы үҙидараны ойоштороуға ҡағыла.
Комиссия шулай уҡ үҙгәрештәр индереләсәк республика закондары исемлеген әҙерләне.