һәм уның картаһы аша шикле операция башҡарылыуы хаҡында хәбәр иткән. Артабан картаның номерын һәм артҡы яғындағы һандарҙы әйтергә ҡушҡандар. Унан һуң был ҡатын телефонына килгән СМС-тағы паролде "банк хеҙмәткәренә" әйтеп, шунда уҡ 170 мең һум аҡсаһыҙ тороп ҡалған!
ТАҒЫ БЕР ТАПҠЫР ИҪКӘРТӘБЕҘ!
Кемдер һеҙгә банк хеҙмәткәре булып шылтыратып исемегеҙ һәм атайығыҙҙың исеме менән өндәшә икән, уға бар йәшерен мәғлүмәттәрҙе асып һалырға кәрәкмәй.
Мутлашыусыларҙың ҡайһы берҙәре теләһә ҡайһы номерға шылтыратып, ҡорбанын эҙләй. Ә икенселәре нисектер клиент базаһын һәм йөҙәрләгән кешенең персональ мәғлүмәттәрен ҡулына төшөрә. Шик килеп тыуғас та, һөйләшеүҙе туҡтатырға һәм картаның артҡы яғында күрһәтелгән банктың ҡайнар линияһы номерын йыйырға кәрәк. Әле генә һөйләшкән номерға ла кире шылтыратып ҡарағыҙ. Мутлашыусылар булһа, абонент яуап бирмәйәсәк. Шундай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, үҙеңде күңелһеҙ хәл-дәрҙән һаҡлап алып ҡалырға мөмкин