Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 09:51

Стәрлетамаҡта күпләп вакцина яһата башланылар.

Стәрлетамаҡта вакцина яһатыр өсөн халыҡ күпләп мөрәжәғәт итә башлаған.

1-се клиник дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, 30 меңгә яҡын кеше тажлы вирустан вакцина яһатҡан.
Тик был 90 процент вакцинаның 10 ғына эшләнгән тигән һүҙ. Ә тажлы вирусты тулыһынса еңеп сығыу, тотороҡло коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, барыбыҙ ҙа вакцина яһатырға тейеш. Хәҙер вакцина яһатыу үҙәктәренең эш тәртибе лә үҙгәрҙе:
Коммунистик урамы, 91-се поликлиниканың вакцина эшләй торған махсус корпусы сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Ленин проспекты,30 г адресы буйынса урынлашҡан поликлиниканың 217 кабинетында шулай ук сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул итә.
2-се дауаханала( Патриотик урамы,59), 111-се кабинеттың да эш тәртибе сәғәт киске 8 тиклем.
Ситимолл сауҙа үҙәгендә урынлашҡан вакцинациялау пункты(Октябрь проспекты, 36) иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләй.
Үҙең менән документтарыңды алырға кәрәк (паспорт, СНИЛС, ИНН).
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас