Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 06:04

Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханын һуң юғалған уҡыусы табылған. Егет үлгән.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, уның кәүҙәһе ташландыҡ йортта табылған. Ул үлер алдынан яҙыу ҙа ҡалдырған.

Уҡыусының әсәһе уның имтихандарҙан һуң юғалыуы тураһында һөйләне.

«Кисә өйҙән сығып китте. Киске сәғәт ун тирәһендә уның өйҙә юҡлығын күрҙем. Имтиханды уртаса баһаға тапшырҙы...Миңә улым бер ни ҙә әйтмәне, әрләшмәнек - барыһы ла һәйбәт ине. Туғыҙынсы класты тик яҡшыға тамамланы. Ә был юлы ошондай һөҙөмтәләрҙе көтмәгән, күрәһең», — тине ул.

Егеткә 19 июндә 18 йәш тулған. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас