Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 10:21

Стәрлетамаҡта һыуҙа батып үлеү осраҡтары йышая.

Үкенескә күрә,йәй етеү менән һыуҙа батып үлеү осраҡтары йышая. Иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы аңһыҙ бәлә-ҡазанан һаҡлағыҙ.

Ҡотҡарыусылар, водолаздарҙың эше айырыуса эҫе көндәрҙә көсөргәнешле үтә. Йылға-күл буйындағы ялдың хәүефле икәнен яҡшы аңлай, әммә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял итеүселәр ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Ағиҙел буйында ҡырағай пляждар халыҡ менән тулы.
Йыл башынан ғына Башҡортостанда йылға-күл буйҙарында ял итеүсе 75 кешенең ғүмере өҙөлә. Был һандар уҙған йыл күрһәткестәренән бер нисә тапҡыр күберәк. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 25 йәшлек егет һыуҙа батып үлә. Унан алда тағы бер ирҙең кәүҙәһе Һәләүек йылғаһынан табылғайны(Шахтау ҡасабаһы). Водолаздар уның кәүҙәһен ике тәүлек эҙләне. Ҡотҡарыусылар һыуҙа ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра, сөнки күп осраҡта улар фажиғә урынына килеп еткәндә һуң була.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас