Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 08:06

Тикшереүҙәр дауам итә.

Башҡортостан республикаһының НОФ "төбәк операторы"ның генераль директоры Павел Сафонов ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта капиталь ремонтлау буйынса башҡарылған эштең сифатын тикшереп сыҡты.

Тикшереү ваҡытында төҙөлөш фонды талаптарына ярашлы, хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләр һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса инструкцияларға айырым иғтибар бүленде.
- Капиталь ремонт эштәрен беҙ һәр ваҡыт тикшереп торасаҡбыҙ, был тәү сиратта ремонттың сифатлы башҡаралыуын контролдә тотоу өсөн кәрәк,- тине Павел Сафонов.
Ағымдағы йылда 82 күп фатирлы йортта 83 төрлө ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Әлегә ремонтлау 41-се өйҙә башҡарылһа, тағы ла 7-нең подъездары һәм инеү урындарын ремонтланды.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас