Башҡортостанда 5 июлдән йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға "тажлы" вирустан вакцинация эшләй башлауҙары ихтимал.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин әйтеүенсә, ауырлы ҡатындарҙың был сирҙе ауыр үткәреүе, ауырыуҙан һуң өҙлөгөүҙәре арҡаһында сабыйҙарҙың үлем осраҡтары йышайҙы. Шуға күрә, ауырлы ҡатындар һәм ЭКО процедураһын уҙғарырға йөрөгән ҡатындарға вакцина эшләтеү мотлаҡ.