Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 10:37

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары асфальттағы соҡорҙа ҡоштарға эсергә һыу ҡалдыра.

Альберт Шәйхетдинов йорт янында ҡоштарға һыу эсергес яһаған. Видео социаль селтәргә һалынған.Комментарийҙарҙа шоу ойошторорға түгел, ә юлды ремонтларға кәңәш биргәндәр. Ә ул бына нимә тип яуап биргән.

- Көндәрҙең эҫе тороуо ҡоштарҙың һәләк булыуына килтерә,шуға күрә һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейеш. Ҡош - ул ер йөҙөндәге иң изге йән эйәһе. Сөнки ҡоштар беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме һәм тәбиғәтебеҙҙең матур бер күренеше.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас