Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 12:46

В. Путин : "Социаль селтәрҙәр өсөн ҡурҡмаһағыҙҙа була!"

Бөгөнгө тура бәйләнештә бер блогер егет Тик-ток, Телеграм, Твиттер, Ютуб һәм башҡа сит ил социаль селтәрҙәрен блокировкалау булмаҫмы тигән һорауын бирҙе.

- Беҙҙә бындай пландар юҡ. Бер кемде лә блокировкаларға йыйынмайбыҙ, – тине Владимир Путин. – Киреһенсә, улар менән эшләргә теләйбеҙ. Тик бында проблемалар бар. Беҙ уларҙан талаптарыбыҙҙы һәм Рәсәй ҡануниәтен үтәүҙе һорайбыҙ, ә улар тыңламай.
Президенттың фекеренсә, әгәр был социаль селтәрҙәр беҙҙең ил биләмәһендә аҡса эшләй икән, улар беҙҙең закондарға буйһонорға тейеш.
– Беҙ уларға балалар порнографияһын таратаһығыҙ, суицид буйынса инструкциялар бирәһегеҙ, Молотов коктейлдәрен эшләргә өйрәтәһегеҙ, улай ярамай, тибеҙ. Ә улар беҙҙе тыңламай. Үҙен хөрмәт иткән бер ил дә улай эшләргә тейеш түгел. Был эш цивилизациялы алып барылырға тейеш, – тине ул.
Дәүләт башлығы ошондай халыҡ-ара платформаларға булған талапты әйтте: улар тулы кимәлдә эшләгән рәсми вәкиллектәр асырға тейеш. Әгәр был эшләнмәһә йәки асылған вәкиллектәр Рәсәй законы талаптарына ҡолаҡ һалмаһа, уларға ҡарата төрлө техник саралар ҡулланыласаҡ. Шул иҫәптән тиҙлекте кәметеү буйынса ла. Шулай уҡ ул Рәсәй социаль селтәрҙәрен үҫтерергә кәрәк тигән теләген дә белдерҙе.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас