– Йоғошло сирҙәрҙең таралыуын, ҡурҡыныс ауырыуҙар эпидемияһын булдырмау өсөн илебеҙҙә кешеләргә планлы вакцинация үткәрелә. Федераль закондарға ярашлы прививкалар яһауҙың билдәле графигы – Милли календарь бар. COVID-19 ҡаршы вакцинаны ошо милли календарға индереү тигән тәҡдимдәр булғанда,дәүләт думаһы депутаттары был тәҡдимде кире ҡаҡты. Шуға күрә , "тажлы"вирусҡа ҡаршы прививка милли календарҙа булмағас, мотлаҡ итеү дөрөҫ түгел, әммә эпидемия ваҡытында ҡайһы бер төбәк етәкселәренең айырым категория граждандары, бигерәк тә хәүеф төркөмөндә булғандар өсөн вакциналауҙы мотлаҡ итеү хоҡуғы бар, тине Владимир Путин.
"Беҙҙең дүрт вакцина ла бик һөҙөмтәле. Мин үҙем "Спутник V" вакцинаһын эшләттем. Бер генә дауалау йәки иҫкәртеү препараты ла сирҙән тулыһынса һаҡлай алмай. Әммә күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, прививка эшләткән кеше киҙеү эләктерһә лә, ул сирҙе еңел үткәрәсәк, ҡатмарлыҡтар ҙа булмаясаҡ. Йәғни вакцинация тажлы вирустың ауыр, хатта үлемгә килтергән ҡатмарлы формаларынан һаҡлай. Шуға күрә минән кәңәш бер - үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүефкә дусар итмәйем тиһәгеҙ,вакциналауҙы ваҡытында яһатығыҙ", тип өҫтәне Ил башлығы.