Мексика ҡунаҡтары матрешка янына үҙҙәренең милли ҡурсағы төшөрөлгән футболкаларын күрһәтте. “Сәк-сәк” сит ил ҡунаҡтары өйрәнеп алған беренсе башҡорт һүҙе булды. Рәхмәт йөҙөнән ҡунаҡтар рус телендә бер нисә йыр йырлап ишеттерҙе. Ҡурай моңона ҡушылып, үҙҙәренең музыка ҡоралдарында ла уйнап ебәреүселәр булды.
Фольклориада делегаттары пандемияға бәйле ҡаты талаптарҙы үтәргә тейеш, тип хәбәр иткәйнек инде. Уларҙың ПЦР-тестҡа бирелгән справкаларын тикшереп, термометрия үткәрҙеләр. Ковид булмауын раҫлаған белешмәләрҙе алыр өсөн Рәсәйгә килерҙән өс көн алда ғына анализ тапшырыла. Сит ил вәкилдәре менән бәйләнештә эшләргә тейеш кешеләр ҙә был талаптарҙы ныҡлы үтәргә бурыслы.
Фольклориадала ҡатнашҡан сит ил вәкилдәренә айырым автобустар ҡаралған. Улар шул транспортта ғына йөрөй ала, был да санитар-эпидемиология ҡағиҙәләрен күҙәтер өсөн эшләнә. Фестивалдең ирекмәндәре ҡунаҡтарҙы үҙҙәренә тәғәйенләнгән автобустарға оҙатты. Улар “Азимут”, “Урал тау” ҡунаҡханаларына, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына, “Президент-отель”гә урынлаштырылды.
Өфөгә ҙур фольклор йыйынында ҡатнашыусылар килеүен дауам итә. Иң тәүге килеүселәр араһында шулай уҡ Боливия, Румыния, Фәләстан, Ҡырғыҙстан, Эстония вәкилдәре, Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария, Индонезия ҡунаҡтары көтөлә. CIOFF® президенты Филлип Боссан, ойошма рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи, ЮНЭСКО вәкиле Артур Антил да Башҡортостанға килеп етергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: VI Бөтә донъя фольклориадаһы баш ҡалабыҙҙа 3 июлдән 10-ына ҡәҙәр үтә. Иртәгә “Өфө-Арена” боҙ һарайында донъялағы иң ҙур фольклор фестивален асыу тантанаһы көтөлә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, сағыу тамашала 800-ҙән ашыу артист ҡатнашасаҡ.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.