Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Июль 2021, 05:52

Күп фатирлы йорттар Советы тип аталды был сара.

Стәрлетамаҡта "Торлаҡ идаралығы" форумы булып үтте.

- Беҙ иң көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштек, тәү сиратта, йылылыҡ өсөн түләү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, ағымдағы капиталь ремонт үткәреү һәм башҡалар,-тине Стәрлетамаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығының йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Булат Вәлиев.
– Бер кем дә ҡыҙыҡһынған һорауына яуап ишетмәй китмәне. Хатта күп фатирлы йортта йорт эсендәге йылытыу системаһының нисек ойошторолоуына, уның эшмәкәрлеге принцибына арналған уҡыуҙар үткәрелде, ти ҡала хакимиәте башлығының ҡала хужалығы буйынса урынбаҫары Ильдар Ғәрифуллин.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас