Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Июля 2021, 05:37

Мәҙәни ял өсөн йәштәргә аҡса биреләсәк.

Тиҙҙән "Пушкин картаһы" программаһы йәштәрҙе мәҙәни яҡтан байытасаҡ.

Кисәге тура бәйләнештә президент Илдә “Пушкин картаһы” барлыҡҡа килеүе ихтимал тип әйтте. Пландар буйынса, унда 14-тән 22 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн өс мең һум аҡса һалырға йыйыналар. Был аҡса “мәҙәни” маҡсаттарҙа тотонолорға тейеш.
– Беҙҙең был йәһәттән тәҡдимебеҙ бар, уны Хөкүмәт менән бер нисә ай хәл итәбеҙ. Уны “Пушкин картаһы” тип атамаҡсыбыҙ. 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә ҙур булмаһа ла аҡса биреп, уларҙы мәҙәни яҡтан байыҡтырырға теләйбеҙ. Карта менән быйыл һәм киләһе йылда сентябрь-декабрь айҙарында файҙаланырға мөмкин буласаҡ, унда өс мең һум аҡса һалынасаҡ, – тине Владимир Путин.
Үҫмерҙәр һәм йәштәр был аҡсаға мәҙәниәт үҙәктәре, музейҙар, күргәҙмәләргә бара аласаҡ.
– Йәштәр был мөмкинлек менән файҙаланыр, үҙ төбәктәрендә генә түгел, ә дөйөм Рәсәйҙең мәҙәниәт учреждениеларына барыр тип ышанам. Күптәрҙең мәҙәни байлығыбыҙҙы күргеһе, белгеһе килә, тик бының өсөн финанс мөмкинлектәре юҡ. Был осраҡта улар быны ғаилә бюджетына теймәй, дәүләт иҫәбенә эшләй аласаҡ, – тине Президент.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас