Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика Башлығы указы буйынса, 22 июндән алып кинотеатрҙарға вакцинация тураһында сертификат йәки антиесемдәрҙең булыуы хаҡында белешмә менән генә инергә мөмкин ине.
Бөгөнгө көндә "Мираж Синема" кинотеатрында алты кино залының өсәүһе генә эшләһә,"Кинопорт"та ете залдың дүртәүһе.
Ошо аҙнала Рәсәй кинотеатрҙар ассоциацияһы Радий Хәбировҡа 22 июндән алып эшләгән сикләүҙәрҙе бөтөрөү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.