Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 10:36

10 мең һум аҡса түләнерме?

Билдәле булыуынса, бөгөн Президент Владимир Путин 6- 18 йәшлек балаларға ярҙам маҡсатында 10 мең һумлыҡ бер тапҡыр түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Был аҡсаға бөтәһе 17 миллион кеше дәғүә итә. Уны алыу өсөн күп функциялы үҙәккә йәки пенсия фонды бүлексәһенә, социаль яҡлау органдарына 15 июлдән алып бары бер электрон ғариза биреү етә. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте порталында хәбәр ителә.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас