Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 03:20

Бөгөн ХАЛЫҠ-АРА СПОРТ ЖУРНАЛИСТАРЫ КӨНӨ.

Был турала International Sports Press Association (ISPA) рәсми рәүештә 1994 йылда иғлан итте.

Халыҡ-ара Спорт Матбуғаты Берләшмәһе ойошма булараҡ 1924 йылдың 2 июлендә, Парижда үткән йәйге Олимпиада мәлендә барлыҡҡа килгәйне. Уның тәүге етәксеһе - Франц Рейхель. 130 ил Берләшмәнең ағзаһы, улар тарафынан 2 июль Халыҡ-ара спорт журналисының һөнәри байрамы тип иғлан ителде. Ошо ваҡиғаға бағышланған тантаналы саралар Тур де Франс ойошторолған мөһим осорҙа үтте (1995 йыл). Шул ваҡыттан алып. тап 2 июлдә- Халыҡ-ара спорт журналистары көнө йыл һайын уҙғарылып килә.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас