Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Июля 2021, 04:14

Йома көнө май еҫтәре сығарып ҡоймаҡ ҡойоп алайыҡ!

Үҙемдең "фирменный" рецебымды иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем әле.

0.5 литр йылымыс һөткә, бер сынаяҡ йылымыс һыу, бер балғалаҡ ҡоро сүпрә(дрожжи), самалап тоҙ, саҡ ҡына көнбағыш майы, ҡуйы ғына масса килеп сығырлыҡ итеп он ҡушып болғатабыҙ... һәм шаптырлап ҡайнап торған бер сынаяҡтай һыу ҡоябыҙ ҙа бер сәғәт тирәһенә әсетергә тынлыҡта ҡалдырабыҙ. Ҡайнар һыу ҡойғанда миксер менән туҡып торор кәрәк, әтеүсә ҡамырығыҙ бешә. Үтә әсеп китһә лә килешмәй, шуға күрә беренсе тапҡырҙан селтәрле ҡоймаҡ килеп сыҡмаһа, ҡул һелтәп ҡуймағыҙ, икенсе, өсөнсө, бәлки бишенсеһендә мотлаҡ уңасаҡ. Шыйыҡлығын да, ваҡытын да үҙегеҙсә самалайһығыҙ инде.

ЙОМА СӘЙҘӘРЕГЕҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!

Гүзәл Мырҙаева.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас