Улар "Лада" машинаһына инеп йәшенгән. Ҡыҙҙарҙы тапмаған ағалары өйҙәренә ҡайтып киткән. Ә бәләкәстәр машинанан кире сыға алмағандар. Ҡояш аҫтында ҡыҙып ултырған машинала температура бик юғары була. Һөҙөмтәлә ике ҡыҙсыҡтың да ғүмере өҙөлә. Килеп еткән "Ашығыс ярҙам" уларҙың һәләк булыуҙарын билдәләй.