Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 19:49

"Мәҙәниәт" милли проект сиктәрендә Башҡортостанда тағы ла 3 яңы кинозал асыласаҡ.

Федераль кино фонды «Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә Рәсәйҙең 500 меңгә яҡын кеше йәшәгән урындарында хәҙерге заман кинозалдарын булдырыу өсөн аҡсалата ярҙамды раҫланы. Был ярҙам Башҡортостан Республикаһының 3 районына эләкте.

Хәйбулла, Бүздәк һәм Благовар районының Языков ауылы мәҙәниәт һарайында яңы кинозал булдырыласаҡ.
Тейешле документ Кино фонды сайтында донъя күргән. Конкурс үткәрелгән 2015 – 2020 йылдарҙа 32 учреждение нигеҙендәге 47 кинозалға ярҙам күрһәтелгән.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: