Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 07:35

Ошо көндәрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы үтте.

Күреүебеҙсә, тантана сағыу шоу менән башланып китте.

Күркәм һәм ҙур ваҡиғала донъяның 37 иленән ижади коллективтар — барлығы 1100 артист ҡатнашты. Тантана ергә, йәнгә һәм фольклорға арналған бер нисә өлөшкә бүленгәйне. Сәхнәлә бер-бер артлы боронғо башҡорт мифологияһы геройҙары күрһәтелде. «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» башҡорт эпик әҫәрҙәрендәге Самрау, Урал Батыр образдары барыһын да хайран ҡалдырҙы. Урал батыр образында Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин сығыш яһаны. Башҡортостан тарихына ҡыҫҡа экскурсия фольклор ансамблдәренең иҫ киткес сығыштары менән оҙатылып килде.
Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр Фольклориаданың гимны яңғыраны. Уны билдәле йырсы Марина Девятова һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов башҡарҙы. VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина ла ҡатнашты. Ул билдәле башҡорт йырсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Ринат Рамазанов һәм уның «Арғымаҡ» төркөмө менән Фольклориадаға арналған йыр башҡарып залды бейетеп алды.
Концерт программаһын Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Кубань казактар хоры, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле (Туймазы ҡалаһы), «Уралтау» бейеү ансамбле һәм «Учалы халыҡ бейеүҙәре» ансамбле (Учалы районы) һәм башҡа коллективтарҙың сығыштары биҙәне. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы президенты Филипп Боссан сәләмләне. Әйтергә кәрәк, үҙенең сығышы аҙағында Филипп Боссан башҡортса һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы. Тантананы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтте.
Һуңынан Республика Башлығы Радий Хәбиров тантананан алған тәьҫораттары менән бүлешеп үтте:
“Үҙ ғүмеремдә күп сараларҙы күрһәм дә, бөгөнгө шоу иң сағыуы ине. Ул юғары интеллектуаль кимәлдә әҙерләнгән. Тарихыбыҙ, халыҡтар дуҫлығы, илебеҙҙә, донъяла йәшәгән кешеләр татыулығы – ошо хаҡта еткергебеҙ килде, – тине ул. – Был беҙгә еңел бирелмәне. Биш йыл буйы әҙерләнеп, һуңғы ике йылда был әҙерлек бер туҡтамай барҙы тиергә мөмкин”.

Фото авторы:Айрат Нурмөхәмәтов.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас