Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 06:25

Стәрлетамаҡта ла «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһының башланыуы тураһында иғлан итте.

Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы быйыл 11 тапҡыр үткәрелә һәм 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү
Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Стәрлетамаҡ ҡалаһының махсус үҙәге ,Артема урамы,71-се йортта урынлашҡан.
Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.
Ярҙам Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. Йомғаҡ сентябрь башында яһала.
Министрлыҡта белдереүҙәренсә, былтыр акция барышында аҙ тәьмин ителгән, ишле, тулы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙәге балаларға яҡынса 10 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас