Урам, ихаталарҙы таҙартыу,тәртипкә килтереүҙә барыһы ла ҡатнаша. Стәрлетамаҡ халҡы ла аҙнаһына бер ҡала тирәһендәге сүп-сарҙы йыйырға өмәгә йыйыла. Сираттағы "таҙалыҡ көнө"ндә өмәлә ҡаланың өс меңдән ашыу кешеһе ҡатнашты.
Дөйөм тырышлыҡ менән 27800 килограмм сүп-сар, уның араһында 7800 килограмм төҙөлөш сүп-сарын йыйғандар.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте белдереүенсә, ҡаланың төрлө ойошмалары,предприятиелары вәкилдәре үҙҙәренә беркетелгән территория тирәһендәге сүп-сарҙы йыйған һәм газондарҙы тәртипкә килтергән.
Фото"Бәйләнештә"селтәренән алынды.