Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 18:38

"БАШҠОРТТАРҘЫҢ ТОРМОШО КҮҢЕЛГӘ ЯҠЫН"

Тап шундай һүҙҙәр еткерҙе Болғар иле ҡунаҡтары.

Болгариянан килгән «Plamache» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Хелия Иванова әйтеүенсә, был ансамблдә бейеүенә 23 йыл. Әлеге ваҡытта был ансамблгә 35 кеше йөрөй. Болгария боронғо йолалар һаҡсыһы, асылмаған тарихи серҙәр һандығы булараҡ күп илдәргә танылыу алған. Бында һәр ҡала, һәр ауыл берәй тарих йәки легенда һаҡлай, тәрән мәҙәни мираҫҡа эйә. Болгарҙар фольклоры, йыр һәм бейеүҙәре Балканда иң йөкмәткелеләрҙән һанала. Уның бөтә матурлығын, күп яҡлы элементтарын VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Стәрлетамаҡта «Plamache» халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк, - тине ул.
Сағыу сығыштары менән дан алған коллектив болғар бейеүҙәрен, йыр һәм йола фольклорын ҡала халҡына күрһәтеп таң ҡалдырҙы.
- Бындағы халыҡ алсаҡ, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Тәбиғәткә ҡарата үтә һаҡсыл булыуҙары хайран итте. Һәр ерҙә йәшеллек. Тыуған яғыбыҙҙа фольклориада тураһында һөйләп бөтөрөрлөк тә булмаясаҡ. Бигерәк тә беренсе тапҡыр ҡарабойҙай бутҡаһын ашап ҡарауыбыҙ тураһында һөйләрмен инде туғандарыма, тип йылмая Бенэлина исемле ҡыҙ. Бөтә Донъя фольклориадаһы юғары кимәлдә ойошторолған. Бындағы халыҡ үҙенең ихласлығы менән барыһынан да айырылып тора, - тип өҫтәне ансамблдең солисткаһы.
- Болғарҙар менән Башҡортостан араһында оҡшашлыҡ булыуы ла ҡыуандырмай ҡалманы. Сит ергә килгәс, барыбер тыуған яҡтарға күңел тарта. Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындарынан үтеү,бында тәмле итеп ҡоймаҡ ашағанда һәр беребеҙ үҙебеҙҙе тыуған өйөбөҙҙә кеүек хис иттек, - тине Болғар егете Мартин.
Бөгөнгө көн ысын мәғәнәһендә бар Стәрлетамаҡ халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелде. Байрам ҡунаҡтары өсөн ҡала мәҙәниәт һарайында төрлө күргәҙмәләр ҙә ойошторолған. Уларҙың араһында тап Болгария иленән килгән ҡул оҫтаһы Галина Пирванова ла булды. Ул үҙенең сағыу биҙәктәр менән төрлөсә сигелгән ҡул эштәрен күрһәтеп үтте. Баҡтиһәң, Галинаның ғаиләһендәге барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар сигеү эшенә оҫта икән. Был шөғөл беҙҙең быуындан-быуынға күсеп килә тиһәм дә яңылышмаҫмын. Сигелгән кейемгә ҡарап, болгарҙар һинең ниндәй нәҫелгә ҡарауыңды шунда уҡ әйтеп бирә. Ә йәш кәләштең күлдәгенең еңе сәскә гөлләмәһен хәтерләтә. “Пеаметче” тип аталған халыҡ ансамблендә шөғөлләнәм. Йыр-бейеүҙән тыш, ошо коллектив ағзаларына ла, үҙем йәшәгән София ҡалаһы кешеләренә лә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм,- ти Галина үҙе.
Стәрлетамаҡта үткән тамашала тауыш сифатына айырыуса иғтибар бүленгән. Сәхнә артында эш ҡайнай. Кемдер концерт программаһын ҡабатлай, сығыштарына әҙерләнә, икенселәр иҫтәлеккә фотоға төшә, йә тәьҫораттар менән бүлешә. Болғар иленән килгән ҡунаҡтарыбыҙ етеҙлеге менән дә һоҡландырҙы. Сығыш яһаған кейемдәрен алыштырыу тиҙлеге буйынса ярыш ойошторһаң,мотлаҡ улар еңеүсе булыр ине!
Гөлкәй Ҡыуатова.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: