Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 20:25

"ҠУРАЙ БЕҘҘӘ ЛӘ БАР"

- Беҙҙә аҙнаһына бер тапҡыр бар халыҡ йыйылып халыҡ бейеүҙәрен бейергә яратабыҙ. Беҙҙең милли кейемдәр бындағы кеүек үк, һәр кешенең ниндәй милләттән икәнен, ҡайһы яҡта тыуғанын сағылдыра.

- Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт, был фестивалде юғары кимәлдә ойоштороуҙары уларҙың үҙҙәрен ниндәй икәнлектәрен күрһәтеп тора. Халыҡтың ихласлығына хайран ҡалып та, бер аҙ көнләшеберәк тә ҡарайбыҙ, бындағы милли кейемдәргә, Башҡортостан халҡының мәҙәниәтенә иҫебеҙ китеп ғашиҡ булдыҡ, - тине Мексика ҡыҙы Селена Мора. Баҡтиһәң, был ҡыҙҙың исеме лә беҙҙәге Айһылыу тигән исемгә оҡшаш икән. Айҙай һылыу тигән мәғәнәлә.
Мексиканан килгән халыҡ бейеүҙәре ансамбле иҫ китмәле нескә, етеҙ хәрәкәттәре менән тамашасыны ысынлап та хайран ҡалдырырлыҡ.
- Бөтә Донъя фольклориадаһы ғүмерлеккә һәр беребеҙҙең иҫендә уйылып ҡаласаҡ. Башҡортостандың тәбиғәте бик матур, тауҙары, сылтырап аҡҡан шишмәләрен күреү бәхете лә тейҙе. Башҡорт ҡыҙҙарының тыйнаҡлығы, серле йылмайыуҙары һәр кемде әсир итә. Башҡорт ҡыҙҙарының йөҙҙәре тулған айҙай әллә ҡайҙан балҡып тора, тиҙәр Мексика егеттәре.
Башҡортостан менән Мексика араһында бер оҡшаш яҡтары ла бар икән. Башҡорт халҡының йәнен тынысландырыусы, тәрбиәләүсе, милләтебеҙҙең асылын, тамырын һутландырыусы ҡурай үләне беҙҙә милли музыка ҡоралы кеүек киң билдәле булһа, Мексикала иһә, ҡурай үләнен кешене ерләгәндә биҙәү әйбере булараҡ ҡулланыла икән. Шуға күрә, мексикандар был үләндән музыка ҡоралы эшләп булғанға хайран ҡалған.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта үткән матур тамашала һаҡланыу саралары ла онотолманы, концертҡа килгән һәр кешенең тән температураһы үлсәнде, маскалалар таратылды.
Төрлө ҡитғаларҙа йәшәһәк тә,төрлө-төрлө булһаҡ та, ошондай байрамдар барыбыҙҙың да бер Ер әсә ҡосағында икәнебеҙҙе иҫебеҙгә төшөрә. Төрлө милли кейемдәрҙә, төрлө быуын кешеләре төшкән фотоһүрәттәр ҙә халыҡтың татыу, берҙәм икәнлеген тағы бер тапҡыр дәлилләй.

Гөлкәй Ҡыуатова.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: