Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 09:25

"ГЖЕЛЬ" КОЛЛЕКТИВЫ ҠАЙТЫРҒА МӘЖБҮР.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, сирлеләр асыҡланғанға күрә Фольклориада делегацияларының береһен ҡайтарып ебәргәндәр.

Мәскәүҙән килгән “Гжель” коллективы вәкилдәренең береһенең температураһы күтәрелгән. ПЦР-тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Ижади коллектив Өфөлә үткән Фольклориада сараларында ҡатнашырға тейеш булған. Артистар төркөмө изоляцияланған, уларҙың хәлен табиптар күҙәтә. ”Гжель” вәкилдәре башҡа коллективтар һәм хеҙмәтләндереүсе персонал менән аралашмаған. Сирҙең таралыу хәүефе юҡ, тип белдерҙеләр кәңәшмә барышында.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: