Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 01:16

"ТАМАШАНАН КҮҘҘӘР ҠАМАША"

Индонезия мәҙәниәте һәм йолаларын сағылдарған “Двипантара” фольклор ансамбле Стәрлетамаҡ халҡына ғәжәйеп тамаша бүләк итте.

Быйылғы йәй һәр кемебеҙҙең хәтерендә яҡты миҙгел булып ҡаласағы инде билдәле.
- Бөтә Донъя фольклориадаһына килгәндә әлбиттә тулҡынланыу ҙа бар ине. Башҡортостан тәбиғәте үҙенең хозурлығы менән күңелдәрҙе арбаны, ошондай донъяуи кимәлдә ойошторолған фестивалдә ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Башҡорт халҡының тарихы бай. Бында егәрле һәм ихлас күңелле халыҡ йәшәй. Башҡортостанда булыубыҙ менән ғорурланабыҙ, тине Индонезияның, Бали утрауынан килгән Дуита Чандра исемле ҡыҙ.
- Бындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығы һәм йылы һауа торошо Индонезияға ла хас. Шул яҡтан беҙ оҡшашбыҙ икән, тип өҫтәне ул.
- “Двипантара” фольклор ансамбле Аллаһ менән һөйләшеү ысулы һәм яуыз йәндәрҙе ҡыуыу, Бали утрауы һаҡсылары тураһындағы бейеүен сәхнәләштерәсәк, - тине Адефита.
Ҡатмарлы гримм, сағыу кейемдәр, синхрон бейеүҙәрен барыһы ла йотлоғоп ҡараны. Тамашасылар араһынан кемеһелер уларҙың бейеү хәрәкәттәрен ҡабатларға тырышһа, бәғзеләре уларҙың сығыштарын тиҙ-тиҙ генә видеояҙмаға төшөрөүҙө хуп күрҙе.
Тамашасыларҙың был сығышты иҫтәре китеп ҡарағандарын һаҡ ҡына бүлдереп, тәъҫораттары менән бүлешеүҙәрен һораным.
Ирина Баймөхәмәтова:
"Был матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша, күңел һөйөнә. Бәрәкәтле Стәрле еренә килгән төрлө милләт халыҡтарының сағыу милли кейемдәренә ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Бөтә Донъя фольклориадаһының төрлө райондар буйлап йөрөүө ҡыуандыра. Был илдәрҙә йәшәгән төрлө халыҡты ҡасан күрер инем? Хатта берәй килеп Индонезия халҡының ҡыҙҙары менән һөйләшеп торормон тип күҙ алдына ла килтермәй инем."
Индонезия ҡыҙҙары беҙҙең ниндәй редакцияла эшләүебеҙ менән ҡыҙыҡһынды, ә инде уларға "Ашҡаҙар" гәзитен биргәс, ҡыуанышып, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Стәрлетамаҡ тормошон сағылдырған гәзитте оло бүләктәй ҡабул итеп алдылар.
- Был гәзит, Стәрлетамаҡ тураһында бер яҡты иҫтәлек булыр, - тине Дуита Чандра.
Күҙҙең яуын алырҙай милли костюмдар, матур йыр-бейеүҙәр һәм иң мөһиме –төрлө халыҡ вәкилдәренең шат-көләс йөҙҙәре. Һәр сығыш милли мәҙәни мираҫ менән һуғарылды, барыһын да йыр-бейеүгә, үҙ мәҙәниәтенә һөйөү берләштерҙе.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: