Ашҡаҙар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 21:57
Путин Камчаткала Ан-26 самолетының һәләкәткә осрауы сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Камчатка крайы губернаторы Владимир Солодовҡа бортында 28 кеше булған Ан-26 самолетының ҡолауы сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәре менән телеграмма ебәрҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Камчатка крайы губернаторы Владимир Солодовҡа бортында 28 кеше булған Ан-26 самолетының ҡолауы сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәре менән телеграмма ебәрҙе. Был турала Кремлдең сайтында хәбәр ителә.
Путин төбәк башлығынан һәләк булғандар ғаиләләренә һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткереүен үтенгән.
6 июль иртән Петропавловск-Камчатскийҙан Палана ҡасабаһына рейс башҡарыусы Ан-26 экипажы бәйләнешкә сыҡмай башлай. Самолеттың бортында 6 экипаж ағзаһы һәм 22 пассажир була. Көндөҙ ҡотҡарыусылар аэропорттан йыраҡ түгел Пятибратка сопкаһында һауа судноһының ватыҡтарын тапҡан.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://lenta.ru/
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости
Автор:
Гулькей Куватова
Читайте нас: