Ашҡаҙар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2021, 12:56

Стәрлетамаҡта «Фабри» сауҙа үҙәгендә коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау пункты асылды.

Яңы пункт сауҙа үҙегенең беренсе ҡатында Элеватор урамы яғынан ингән урында һул яҡтан урынлашҡан.

Кабинеттың эш графигы:

Дүшәмбе - йома көндәрендә 11.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем,

Шәмбе, йәкшәмбе 10.00-дән 20.00-гә тиклем.
Прививканы үҙегеҙ теләгән ваҡытта яһата алаһығыҙ, алдан яҙылыу кәрәкмәй. Үҙегеҙ менән паспорт алып килергә онотмағыҙ.
Башҡортостанда күпләп вакцина яһау дауам итә. Төбәктә «Спутник V», «ЭпиВакКорона» һәм «КовиВак» вакциналарының 850 080 дозаһы килтерелгән. 13 июлгә ҡарата республикала 751449 мең кеше прививка эшләткән, икенсе компонентты – 432993 кеше һалдырған.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: