Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2021, 13:30

Тәмәке тартмаған хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ял бирергә уйлайҙар.

Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Солтан Хамзаев хөкүмәткә ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итә.

Уның фекеренсә, тәмәкеселәр көнө буйы көйрәтеп, эш көнөн бушҡа сарыф итә, шул уҡ ваҡытта эш биреүселәр һәм дәүләт сығымдарын барлыҡҡа килтерә.
«Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт кодексына тәмәке тартмаған хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ун көн ял хоҡуғын биреүҙе индеререгә кәрәк», — тип яҙа йәмәғәт эшмәкәре.
Уның фекеренсә, был алым зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу өсөн үҙенсәлекле дәртләндереү сараһы буласаҡ. Ә һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: