Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2021, 10:10

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте РФ-ның стандарттарына тап килә һәм илдә иң яҡшыларҙың береһе булып тора

Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ белгестәре «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте РФ-ның бөтә стандарттарына һәм таможня союзының үлсәү өлкәһендәге техник регламенттарына тап килеүен белдерҙе.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса иң юғары баһалар предприятиеның түбәндәге филиалдарына ҡуйылды, Черкасс нефть үткәргестәр идаралығы һәм Авария иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралығы( СУПЛАВ) - былар барыһы ла «үлсәү берҙәмлеген тәьмин итеү тураһындағы» федераль законға ярашлы тикшерелде.
Белгестәр тикшереү үткәргәндә баҫымды үлсәү сараларының дөрөҫлөгөн, газды контролдә тотоу системаларын,вибрацияны, шулай уҡ метрологик һәм химик-аналитик лабораторияһында ҡулланылған эталонлы ҡорамалдарҙың үлсәү сараларын ҡулланыу, уларҙың торошон күҙәтеү күрһәткестәре лә иҫәпкә алынды. Шулай уҡ иҫәп-ара иҫәп-хисап операцияларын үткәреү һәм ҡулланылған ресурстар менән тәьмин итеүсе электр энергияһы, һыу, нефть һәм нефть продукттарын иҫәпкә алыу саралары- нефть һәм нефть продукттары һәм ауырлыҡты үлсәү саралары методикаһының дөрөҫлөгө лә тикшерелде.
Белгестәр “Черкассы-ПП” нефть ҡыуҙырыу станцияһынан пробалар алып, станцияның лабораторияһында тикшереүҙәр үткәрҙе.
Һынау һөҙөмтәләре буйынса, нефть продукттары таможня союзы техник регламенты талаптарына ярашлы икәнлеге раҫланды. Тимәк, нефть һәм нефть продукттары ташыу, үлсәү берҙәмлектәре теүәл эшләп килә тигәнде аңлата.
Әйткәндәй, әле көндә “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә 56 меңдән ашыу үлсәү саралары , 6 метрологик лаборатория эшләй. Бар үлсәүҙәр ҙә 336 аттестацияланған ысулдар ярҙамында башҡарыла.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: