Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 12:23

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфөләге 65 йәштән ололар өсөн махсус вакциналау пунктын ҡарап сыҡты.

Улар “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ололар тураһында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә октябрь аҙағынан эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә уларҙа 5669 кеше прививка эшләткән.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфөләге 65 йәштән ололар өсөн махсус вакциналау пунктын ҡарап сыҡты.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфөләге 65 йәштән ололар өсөн махсус вакциналау пунктын ҡарап сыҡты.

Айырым пункттар булдырыуҙың төп маҡсаты – ололарға прививка эшләтеү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу. Сөнки сир сигенергә уйламай һәм айырыуса ололар өсөн хәүефле.
Бөтәһе әлеге көнгә республикала 53 ошондай пункт асылған. Уларҙа аҙна һайын “Сәләмәт кесе аҙна” акцияһы үтә. Унда медицина өлкәһендәге белгестәр ололарға лекциялар уҡый, шулай уҡ медицина техникаһы отоу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, оло йәштәге граждандарҙы шәхси һаҡланыу һәм гигиена саралары менән тәьмин итәләр.
Республиканың һәр ҡалаһында һәм районында тиерлек бындай пункттар бар.Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта ла күптән түгел ошондай пункт барлыҡҡа килде. 2-се дауаханала урынлашҡан вакциналау үҙәге “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән булдырылды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: