– WorldSkills Russia IX Милли чемпионат финалында Өфөлә Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжынан 6 уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың икеһе “Ҡыйыҡ эштәре” йүнәлешендә бронза призер булды, – тине Егор Родин. – Линар Бикмөхәмәтов менән Дмитрий Волков өлгәшкән һөҙөмтәләр беҙҙең дөрөҫ йүнәлештән барыуыбыҙҙы күрһәтте. Ләкин уңыштарыбыҙҙы арттырыу өсөн уҡыу йорттарыбыҙҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу зарур. Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән чемпионат финалы – быға үҙе үк мөмкинлек бирә. Башҡортостандың төҙөлөш тармағы, башҡа тармаҡтар һымаҡ уҡ йәш белгестәргә мохтаж. Был хәрәкәт артабан да дауам итеренә һәм үҫешенә ышанам. Үҙ сиратында был йүнәлеш һөнәри кадрҙарҙы үҫтереү системаһын яҡшыртырға ла булышлыҡ итәсәк, – тине ведомство етәксеһе.
Оҫтаханаларҙы һынау барышында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура етәкселеге майҙансыҡтарҙың йыһазландырылыуын юғары баһаланы. Уларҙың иғтибарын бигерәк тә “BIM мәғлүмәт моделләү технологиялары” йүнәлеше буйынса майҙансыҡ йәлеп итте. Әлеге йүнәлештәге эшмәкәрлек капиталь төҙөлөш объекттарын проектлау өлкәһендә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡайтып ҡала. Төҙөлөш тармағындағы архитекторҙар һәм инженер-проектлаусылар бинаның мәғлүмәт моделен эшләй, чертеждар комплектын барлыҡҡа килтерә, инвестицион төҙөлөштә ҡатнашыусылар менән мәғлүмәттәр менән уртаҡлаша. Белгеслек етештереүсәнлекте күтәреүгә һәм төҙөлөштө эффектлыраҡ итеүгә, шулай уҡ үҙҡиммәтте һәм сығымдарҙы кәметеүгә һәм проектты юғары сифат менән тәьмин итеүгә йүнәлдерелә. Әйткәндәй, 2022 йылдың 1 ғинуарынан уҡ дәүләт финанслаған яңы объекттарҙы төҙөгәндә мәғлүмәт моделләштереү технологияларын ҡулланыу – мотлаҡ шарт булып торасаҡ.
– Иҡтисад ихтыяжын кәрәкле кадрҙарға йүнәлтеү, республика колледждарын йыһазландырыу, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү – Башҡортостандың инновацион социаль-иҡтисади үҫеше талаптарына ярашлы, сифатлы һөнәри белем биреүҙең төп маҡсаты булыр тора. Бары тик комплекслы мөнәсәбәт булғанда ғына, мәғариф һәм предприятиелар араһындағы селтәрҙәр аша үҙ-ара бәйләнеш кенә төбәгебеҙҙең айырым бер тармағы өсөн белгестәр әҙерләүгә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләгәйне Башҡортостандың фән һәм мәғариф министы Айбулат Хажин. “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектын әүҙем тормошҡа ашырған Илдар Ғүмәров етәкселегендәге Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы тап ошо юлдан бара тип ышаныслы әйтергә була.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы