Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Яңылыҡтар
6 Апреля 2022, 06:59

Юл иғтибарлыҡты талап итә.

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының Вокзал урамында  ике уҡыусы ҡыҙҙы машина төкөткән. Улар ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл иғтибарлыҡты талап итә.Юл иғтибарлыҡты талап итә.
Юл иғтибарлыҡты талап итә.

Үҫмер ҡыҙҙарҙы «ВАЗ-21099» машинаһы йәйәүлеләр юл аша сыға торған урында тапаған.  Табиптар ҡыҙҙарҙың таз һөйәге һыныуын, баш мейеһенең һелкенеүен асыҡлаған. 
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып республикала юл-транспорт ваҡиғаларында 17 бала зыян күргән.
Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы һеҙҙең һәр берегеҙҙең, водитель йәки йәйәүле булараҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Юлда иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас