Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2022, 22:25

Йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк!

Бөгөн “Транспорт һәм төҙөлөш” Беренсе Халыҡ-ара конгресы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре төҙөүселәре ассоциацияһы съезы ла үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы.

Йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк!
Йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк!

Сарала шулай уҡ әлеге өлкәлә эш алып барған Мәскәү, Ҡырым, Краснодар крайы, Волга буйы, Белорусия, Үзбәкстан төҙөүселәре ҡатнашты. Съезд сиктәрендә Башҡортостан ассоциацияһын асыҡ итергә хәл ителде. Хөҙер унда теләгән һәр кем (төҙөүсе) инә ала.

В – Республика алдында ҙур һәм мөһим бурыстар тора – беҙ 2030 йылға йылына 4 млн квадрат метр торлаҡ төҙөүгә ирешергә тейешбеҙ. Былтыр беҙ 2,9 млн квадрат метр төҙөнөк, быйыл күрһәткестәрҙе 3 миллионға еткерҙек, - тип билдәләп үтте Андрей Назаров. – Әлеге ваҡытта был өлкәлә инновацион аҙымдарға барабыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостан торлаҡ һәм ипотека баҙары экосистемаһы” уңышлы эшләп килә. Ошо тәңгәлдә 2023 йылда беҙ “ипотека менюһы”проектын тормошҡа ашырыусы тәүге төбәк булабыҙ , - тип тә өҫтәне Премьер-министр.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, Башҡортостан төҙөүселәр ассоциацияһы ярҙамында төҙөлгән торлаҡты ҡабул итеү срогы кәмегән, иҫке һәм яңы төҙөлгән йорттар араһында минималь ара булдырылған, торлаҡ төҙөгәндә объект янында балалар баҡсаһы, мәктәп, туҡталҡалар урынлаштырыу тәртибе булдырылған.

Йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк!
Йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк!
Йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: