Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2023, 15:12

Икенсе Салауат Юлаев батальонына 100-ҙән ашыу кеше яҙылған

Икенсе Салауат Юлаевт батальонына 100-ҙән ашыу кеше яҙылған
Икенсе Салауат Юлаевт батальонына 100-ҙән ашыу кеше яҙылған

Икенсе Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына яугирҙар йыйыу тураһында иғлан иткәндән һуң  республикала 100-ҙән ашыу кеше теркәлгән. 

Был хаҡта Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Уның һүҙҙәренсә, ғариза бирергә теләүселәр көндән-көн арта.

Бөтә төбәк буйынса филиалдар булдырыла, ошо көндәрҙә Туймазыла Островский урамы, 52 адресы буйынса батальонға саҡырыу буйынса йәмәғәт штабы бүлексәһе асылды (6-сы кабинет).
Бында 50 йәшкә тиклемге яҡшы физик формала булған ир-егеттәрҙе ҡабул итәләр, айырым осраҡтарҙа өлкәндәр ҙә ҡарала. Бынан тыш, бында ашнаҡсылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә, өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙарҙан да ғаризаларын ҡарайҙар.

Яңы батальон хәрбиҙәре республиканан ярҙам сараларының тулы пакетын аласаҡ — хәрби яраштырыуҙы үткәндә хәрбиҙәр 90-100 мең һум, СВО зонаһында — Рәсәй Гвардияһынан 240 мең һум һәм республиканан 200 мең һум аласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Бынан тыш, уларға тәүлегенә ике мең һум аҡса бүленә.

Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса +7 (987) 023-76-00 телефоны буйынса танышырға мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/articles/social/2023-08-17/ikense-salauat-yulaevty-batalonyna-100-n-ashyu-keshe-ya-yl-an-3392298

 

Автор:
Читайте нас: