Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2023, 17:12

Башҡортостанда 6 тонна солоҡ балы етештерелгән

Башҡортостанда солоҡ балы етештереүселәре булараҡ рәсми рәүештә 60 умартасы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, уның мәғлүмәттәре буйынса, был кәсеп таулы-урманлы зонала киң таралған.

Башҡортостанда 6 тонна солоҡ балы етештерелгән
Башҡортостанда 6 тонна солоҡ балы етештерелгән

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә республикала етештерелгән солоҡ балы күләме 6 тонна йәки дөйөм етештерелгән бал күләменең 0,1 процентын тәшкил итеүе хаҡында һөйләне. 

Фәзрахманов билдәләүенсә, бөгөнгә Башҡортостанда солоҡ балы етештереүселәре булараҡ рәсми рәүештә 60 умартасы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, уның мәғлүмәттәре буйынса, был кәсеп таулы-урманлы зонала киң таралған.

БР Хөкүмәте вице-премьеры республикала түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән программа хаҡында һөйләне.

«2023 йылға әҙерләнгән программа буйынса төбәк бюджетынан 20 миллион һум аҡса бүленгән, ул сығымдарҙың 50 процентын ҡаплауға йүнәлтеләсәк», — тип аңлатты Илшат Фәзрахманов.

2030 йылға Башҡортостанда солоҡ ҡорто күсен 5 меңгә тиклем арттырыу планлаштырылған.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-08-21/bash-ortostanda-6-tonna-solo-baly-eteshterelg-n-3396627

 

Автор:
Читайте нас: