Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2023, 15:51

Башҡортостандың Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 % артҡан

Башҡортостандың Ҡытай менән үҙ-ара тауар әйләнеше 2023 йылдың тәүге яртыһында 88% тиерлек артҡан. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның мәғлүмәттәре буйынса, экспорт һәм импорт күләме лә 82% һәм 155% күберәк. Республиканың Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлегендә лә уңыштар билдәләнә. Тауар әйләнешенең — 4%, ә экспорттың 9,5 % артыуы күҙәтелә.

Башҡортостандың Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 % артҡан
Башҡортостандың Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 % артҡан
«Быйыл 25 сентябрҙән 27-нә тиклем Астанала «Иннопром. Ҡаҙағстан» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостан унда майҙаны 220 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән ҙур стенд менән ҡатнашырға ниәтләй. Шулай уҡ әһәмиәтле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған», — тине Андрей Назаров.

Шулай уҡ, биш айҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән тауар әйләнеше 10 тапҡырға артҡан.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-08-30/bash-ortostandy-ytay-men-n-tauar-yl-neshe-88-art-an-3412301

 

Автор:
Читайте нас: